+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноября 2022, 06:30

Айнур Асҡаров үҙенең фильмдар аҙналығына саҡыра

Ҡыштың тәүге көнөндә, 1 декабрҙә, «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың төп ролдә Александр Головин уйнаған «Буран» фильмы күрһәтелә башлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Айнур Асҡаров үҙенең фильмдар аҙналығына саҡыраАйнур Асҡаров үҙенең фильмдар аҙналығына саҡыра
Айнур Асҡаров үҙенең фильмдар аҙналығына саҡыра

Ҡыштың тәүге көнөндә, 1 декабрҙә, «Родина» кинотеатрында Айнур Асҡаровтың төп ролдә Александр Головин уйнаған «Буран» фильмы күрһәтелә башлай.

Шулай уҡ 7 көн дауамында кинотеатрҙа рус һәм башҡорт телдәрендә мажаралы «Өс таған», «Йыл ғаиләһе " комедияһын күрһәтәләр. Пушкин картаһы буйынса билет алыу мөмкинлеге бар.

“Фильмдар аҙналығында «Башҡортостан» киностудияһы һәм «Асҡарфильм» компанияһы төшөргән киноларҙы ҡарарға барыһын да саҡырабыҙ. «Буран» драмаһы, уға хоҡуғы булған ойошма менән килешеүгә ярашлы, прокатта ни бары бер аҙна барасаҡ. Һәр фильмдан һуң ижади осрашыуҙар планлаштырабыҙ, уларҙа шәхсән үҙем ҡатнашасыуҙы күҙ уңында тотам, шулай уҡ ижади коллективтар саҡырылған. Яратҡан тамашасы менән “һорау-яуап" форматында аралашырға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Һәммәһеҙе дә көтәбеҙ», - ти режиссер Айнур Асҡаров.

«Буран» драмаһы Свердловск киностудияһында төшөрөлгән һәм режиссерҙың тыуған төйәгендә — Башҡортостандың Хәйбулла районында 2016 йылдың ҡышында булған реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән. Фильм 2021 йылда прокатҡа сыҡты, ләкин Өфөлә күпләп күрһәтеү булманы.

Сценарийҙы Айҙар Аҡманов, Айнур Асҡаров һәм Рада Демент бергәләп яҙған. Төп ролдәрҙе Александр Головин, Маша Лобанова, Ангелина Поплавская, Михаил Сафронов, Наталья кузнецова, Иннокентий Луковцев, Михаил Черноморец, Александр Ткачук, Владислав Сахнов, Владимир Мантуровтар башҡара.

Фильмдың төп геройы – хоккей клубы йондоҙо Максим Ковалев, һәләк булған миллиардерҙың һәм команда хужаһының улы. Ул - эмоцияларын тыйып тоторға күнекмәгән кеше. Хоккей матчында ла, мөһим уйынға китеп барғанда гаишник туҡтатып,  тейешле «ҡағиҙәләр буйынса» рәсмиләштерергә теләгәндә лә... Ябай низағ уның өсөн һәләкәтле хәлгә әүрелә, тормошон тамырынан үҙгәртә.

Автор:
Читайте нас