+19 °С
Облачно


Хөкүмәт ултырышында 23 йәше тулған етем балаларға торлаҡ һатып алыу өсөн социаль түләү мәсьәләһен ҡаранылар. Республикала 7 мең 800-ҙән ашыу етем бала торлаҡҡа сиратта тора. Мәсьәләне тиҙерәк хәл итеү өсөн 23 йәштән өлкәндәргә сертификат бирергә тәҡдим ителде. Бындай документ ярҙамында республиканың теләгән районы йәки ҡалаһында йорт алырға була. 2021 йылда 762 етем бала йәшәр урын менән тәьмин ителгән. Ағымдағы йылда тағы был категорияға ҡараған 943 кешенең торлаҡ мәсьәләһе хәл ителергә тейеш.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.