+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ноября 2022, 08:44

2023 йылдың ғинуарынан пенсия арта

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 4,8 процентҡа индексациялана.

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылдың ғинуарынан пенсия арта2023 йылдың ғинуарынан пенсия арта
2023 йылдың ғинуарынан пенсия арта

2023 йылдың 1 ғинуарынан эшләмәгән пенсионерҙарҙың пенсияһы 4,8 процентҡа индексациялана. 25 ноябрҙә Федерация Советында «парламент диалогы» барышында Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Антон Котяков ошо хаҡта белдерҙе. Хеҙмәт министрлығы башлығы 2022 йылда Президенттың ҡарары буйынса тәүге тапҡыр пенсияларҙың 1 июндән 10 процентҡа индексациялауын иҫкә төшөрҙө. «Ғәмәлдәге ҡануниәт менән ҡаралған ике этаплы индексация йомғаҡтары буйынса, әгәр беҙ 2022 йылдың һәм 2023 йылдың ғинуар айындағы пенсияларҙы сағыштырһаҡ, 2022 йылдың 1 ғинуарына ҡарата пенсияларҙың дөйөм үҫеше 15,3 процент  тәшкил итәсәк», — тип белдергән Котяков. Алдан хәбәр ителгәнсә, декабрҙә пенсионерҙарҙың бер өлөшө икеләтә пенсия ала. Был ғинуар байрамдары осоронда банк һәм почта бүлексәләренең байрам һәм ял көндәренә бәйле. Тап шуға пенсияһы айҙың 8-нә тиклем иҫәпләнгән граждандарға түләү ваҡытынан алда башҡарыла.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас