Өфө янындағы Миловка паркында 1225 урынлыҡ мәктәп ошо уҡыу йылына тиклем асылырға тейеш ине, әммә төҙөлөш тотҡарланды. Унда белем алыу өсөн заманса шарттар булдырылған, тип яҙа Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. Унда «Миловка паркы», «Йәштәр» биҫтәһе һәм яҡын-тирәләге ауылдарҙан балалар уҡыясаҡ.
«Миловка паркындағы мәктәпте һалып бөттөк. Уны иртәрәк асырға теләгәйнек, әммә проблемалар тыуҙы, ваҡытын күсерҙек.
Иркен мәктәп 1225 урынға иҫәпләнгән. Урта һәм өлкән звено өсөн айырым корпустар ҡаралған. Үҙ ҡаҙанлығы һәм трансформатор подстанцияһы бар. Заманса йыһазландырылған кластар, мәктәптән тыш эш өсөн кабинеттар, уйын, лаборанттар бүлмәһе, китапхана, интерактив компьютер комплексы, үҫмер егеттәр өсөн ағас эше оҫтаханаһы һәм ҡыҙҙарға тегеү оҫтаханаһы бар, — тип яҙҙы ул. — Ике ҙур спорт залы, душ, кейенеү бүлмәләре, саңғы һаҡлағыс, саф һауала физкультура менән шөғөлләнеү өсөн спорт зоналары — баскетбол, волейбол, бадминтон өсөн майҙансыҡтар — мәктәптә спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә уңайлы шарттар булдырылған».
Фото: "Башинформ"дан.