+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноября 2022, 11:03

Ит йәрминкәләренә килегеҙ

26 ноябрҙән Өфөлә ит йәрминкәләре башлана, тип хәбәр итәләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ит йәрминкәләренә килегеҙИт йәрминкәләренә килегеҙ
Ит йәрминкәләренә килегеҙ

26 ноябрҙән Өфөлә ит йәрминкәләре башлана, тип хәбәр итәләр мэрияның матбуғат хеҙмәтенән.

26 һәм 27 ноябрҙә өфөләр республика етештереүселәренән яңы һуйылған ит, йәшелсә һәм аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

«Шәмбе Хәҡиҡәт урамы буйлап Таллин урамынан Ухтомский урамына тиклемге автомобиль юлы участкаһында, Интернациональ һәм Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендә, Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се, 7-се һәм 20-се йорттар ҡаршыһында, «Тулҡын» паркы янында, Спорт һарайы һәм Йәштәр һарайы алдындағы майҙандарҙа, шулай уҡ Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда йәрминкәләр ойошторола», – тип белдерәләр муниципалитетта.

Йәкшәмбе иһә Хәҡиҡәт урамындағы, Интернациональ-Машина эшләүселәр урамдары киҫелешендәге һәм «Тулҡын» паркы янындағы майҙансыҡтарҙа ит йәрминкәләре булмай.

Йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 4-кә тиклем эшләй.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас