-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноябрь , 09:45

Иң ҡеүәтле мессенджер тураһында ни өсөн белмәнек?

«Бәйләнештә» мессенджеры тураһында ни өсөн белмәнек? Ул бит текә!» – ти Башҡортостан уҡыусылары.

Иң ҡеүәтле мессенджер тураһында ни өсөн белмәнек?
Иң ҡеүәтле мессенджер тураһында ни өсөн белмәнек?

 «Бәйләнештә» мессенджеры тураһында ни өсөн белмәнек? Ул бит текә!» – ти Башҡортостан уҡыусылары. Күпселек уҡытыусылар, уҡыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн мессенджерҙар – мәктәп мәсьәләләрен хәл итеү өсөн төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы; спам булмауы һәм хәүефһеҙлек өсөн уны юғары баһалайҙар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре ошондай һығымтаға килде. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәгенең һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, «Бәйләнештә» — Рәсәйҙә иң билдәле һәм киң таралған  мессенджер. Тикшереүҙә ҡатнашыусыларҙың 62 проценты тап уны һайлаған. Икенсе һәм өсөнсө урында — Telegram һәм WhatsApp (58% һәм 55%). Дүртенсе һәм бишенсе баҫҡысты Viber (14%) һәм TikTok (5%) биләй.

 Башҡортостанда «Бәйләнештә» йәки VK Мессенджер менән 2 018 000 кеше файҙалана, уларҙың 253 000 – 18 йәшкә тиклемге ҡулланыусылар. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, һорау алыуҙа ҡатнашҡан уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм атай-әсәйҙәрҙең күбеһе мессенджерҙарҙың фекер алышыуҙа һәм уҡыу мәсьәләләрен хәл итеүҙә төп һәм иң уңайлы коммуникация каналы булыуын билдәләй.

Мәләүез ҡалаһының 8-се мәктәбе уҡытыусыһы Наталья Ҡунаҡбаева «Бәйләнештә» селтәрендәге мессенджерын уҡыусылар менән аралашыу һәм уҡыу бурыстарын үтәү өсөн әүҙем ҡуллана. Уҡытыусы билдәләүенсә, барыһы ла ТопБлог проектында ҡатнашыуҙан башлана (Наталья Ҡунаҡбаева  — проекттың финалсыһы).

– «Бәйләнештә»ге месенджер менән төплөрәк танышырға тура килде. Ғәжәп, ул беҙҙең командаға ғына түгел, тест үткән фокус-төркөмдәргә лә оҡшаны. «Ни өсөн беҙ уның тураһында белмәнек, ул текә!»  – тип шатланды уҡыусылар. Бөтәһе лә «Бәйләнештә» мессенджерының уңайлы интерфейсын билдәләй. Унда телефонға теркәлгән дуҫтар менән аралашырға була. Ҡулланыусыларға меңдән ашыу кешелек төркөм чаттары, юғала барған хәбәрҙәр, аудио һәм видео шылтыратыуҙар, аудиохәбәр яҙҙырыу һәм уларҙың тасуирламаларын уҡыу, музыка, стикерҙар, фото, видео һәм тарихтар менән бүлешеү, шулай уҡ 2 Гб ауырлығындағы файлдар ебәреү, геопозиция менән бүлешеү мөмкинлеге бар. Унда ҡыйыуһыҙыраҡ балалар өсөн битлек тә бар.

 Һорау алыуҙа бөтәһе 852 уҡыусы, 855 ата-әсә һәм 747 уҡытыусы ҡатнашты. Анкета тултырыуҙы Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге белгестәре 21–27 октябрҙә ойшоторған.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в