-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
24 Ноябрь , 13:45

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын лотереяға 30 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын юбилей лотереяһында фатир өсөн 30 миллион һум һәм өҫтәмә 150 һум отҡан.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын лотереяға 30 миллион һум отҡан
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын лотереяға 30 миллион һум отҡан

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын юбилей лотереяһында фатир өсөн 30 миллион һум һәм өҫтәмә 150 һум отҡан. Бәхетле билетты ул «Столото» мобиль ҡушымтаһында һатып алған. Ул лотереяла бик һирәк уйнаған, әммә ҡасан да булһа еңәсәгенә ышанған булған. “Еңеү тураһында смс-хәбәр алғас белдем. Тәүҙә 30 мең һум оттом тип уйланым. Был суммаға шул тиклем шатландым, шунда уҡ иремә телефон экранын күрһәтергә йүгерҙем, – тип һөйләне ул. –  Ирем иғтибарлап ҡараны ла “һин бит мең түгел, миллион отҡанһың”, тине. Бындай бәхеткә ышаныуы ҡыйын ине, шуға беҙ отош ваҡытының эфир яҙмаһын ҡараныҡ. Алып барыусы был еңеүҙең Башҡортостан бәхетенә эләгеүе хаҡында иғлан иткәс, мин аңланым һәм үҙемде бәхеттең етенсе ҡатында итеп тойҙом».

Яңыраҡ ҡыҙ фатир һатып алған һәм тиҙерәк ремонт башларға теләгән. Хәҙер был аҡсаға ул зауыҡлы интерьер булдырыр өсөн үҙенең дизайнер ниәттәрен ғәмәлгә ашырасаҡ, яңы мебель һәм көнкүреш техникаһы һатып аласаҡ. Ул һөнәре буйынса юрист. Буш ваҡытта аш-һыу әҙерләргә ярата икән.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас в