-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 10:19

Туристар өсөн яңы иҫтәлекле урын асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында туристар өсөн яңы урын —  «Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе» барлыҡҡа килде. Был турала социаль селтәрҙә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Туристар өсөн яңы иҫтәлекле урын асылды
Туристар өсөн яңы иҫтәлекле урын асылды

Башҡортостандың баш ҡалаһында туристар өсөн яңы урын —  «Өфө үҙәгендә башҡорт тирмәһе» барлыҡҡа килде. Был турала социаль селтәрҙә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов хәбәр итте.

Кейеҙ тирмә хәҙер үҙәк урамдарҙың береһендә, Ленин йорт-музейы һәм Өфө тарихы музейы янында тора, был килеүселәр өсөн бик уңайлы.

«Бала сағыма әйләнеп ҡайтҡандай булдым. Өләсәйҙәремдең йырҙарын, ҡумыҙ моңдарын ишеттем, таныш йыһаздарҙы (өлкән ҡыҙым үҫкән сәңгелдәк-бишек) күрҙем һәм йөрәккә йылылыҡ тулды, — тип яҙҙы министр.  — Ни өсөн тап тирмә? Минеңсә, был аңлашыла. Объект туристарҙа Башҡортостан менән иң сағыу ассоциациялар тыуҙыра. Йылылыҡ һәм ҡот символы. Көс биргән ҡеүәтле энергетикалы урын. Ошондай сағыу, аутентик объекттар баш ҡалабыҙға күптән кәрәк. Башҡорт тирмәһен күрергә теләгән ҡунаҡтар күп. Был үҙенсәлекле экскурсия ғына түгел, ә Башҡортостандың тарихи һәм мәҙәни мираҫына, йолаларға ҡағылыу мөмкинлеге. Халҡыбыҙҙың күңелен аңлау һәм тойоу».

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-22/simvol-tepla-i-uyuta-v-ufe-otkrylas-novaya-turisticheskaya-lokatsiya-3041629

Автор:
Читайте нас в