-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 11:25

Өфөлә бизнес аҙналығы үтә

14-17 декабрҙә "Торатау" конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы үтә.  

Өфөлә бизнес аҙналығы үтә
Өфөлә бизнес аҙналығы үтә

14-17 декабрҙә "Торатау" конгресс-холында “Халыҡ-ара бизнес аҙналығы-2022” форумы үтә.

Ул 15-се тапҡыр ойошторола һәм шуға ла юбилейлы сара статусын алған.

Аҙналыҡ программаһына иҡтисад, инвестициялар, медиа, бәләкәй һәм эре эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре ингән. Унда Рәсәй төбәктәренән тыш, Беларусь, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, шулай уҡ Иран, Һиндостан вәкилдәренең дә ҡатнашыуы көтөлә.

Үткән ике йылда форум сиктәрендә 100 млрд һумлыҡ 25 килешеү төҙөлгән. Быйыл был сумманы тағы ла арттырырға планлаштырыла.

Халыҡ-ара аҙналыҡта шулай уҡ иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм социаль яуаплы бизнес темаларын яҡтыртҡан өсөн бирелә торған “ТЭФИ- Капитал” Бөтә Рәсәй премияһының йомғаҡтары ла билдәле буласаҡ.

Автор:
Читайте нас в