-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 10:28

Боҙло ямғыр көтөлә

Һаҡ булайыҡ! Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 ноябрҙә көндөҙ һәм 24 ноябрҙә тәүлек буйына республикала ҡар, епшек ҡар яуыуы, 24 ноябрҙә төндә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, буран, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.

Боҙло ямғыр көтөлә
Боҙло ямғыр көтөлә

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 23 ноябрҙә көндөҙ һәм 24 ноябрҙә тәүлек буйына республикала ҡар, епшек ҡар яуыуы, 24 ноябрҙә төндә айырым райондарҙа көслө ҡар яуыуы, урыны менән боҙлауыҡ, боҙло ямғыр, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе, буран, юлдарға көрт һалыуы көтөлә.

Һауа температураһы төндә -10, -15 градус, аяҙытҡанда -18, -23, көндөҙ -2, -7, республиканың төньяҡ-көнсығышында -12. Төндә һәм иртән юлдарҙың айырым урындарында томан, көндөҙ ҡар яуғанда 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Әйткәндәй, бөгөн Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә боҙло ямғыр күҙәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-22/na-bashkiriyu-obrushitsya-ledyanoy-dozhd-3041094

Автор:
Читайте нас в