-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 22:36

Башҡортостан аҙыҡ-түлеге экспортҡа сығарыла

ОТР федераль телеканалында тура эфирҙа Башҡортостан Республикаһы көнө сиктәрендә БР ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республикала етештерелгән продукцияны экспортҡа оҙатыу хаҡында һөйләне.

– Үткән йылда беҙ Башҡортостанда етештерелгән продукция 46 илгә, шул иҫәптән Ҡытайға, Иранға, Үзбәкстанға, Ҡаҙағстанға, һаттыҡ. Продукция Европа илдәренә күп сығарылды.  Унда мал аҙығы, етен, рапс һәм көнбағыш майҙары һаттыҡ. Әле Европа менән эшләмәйбеҙ, Азияға юлланабыҙ. Беҙҙең аҙыҡ-түлек күршеләрҙекенә ҡарағанда арзаныраҡ тора, сөнки беҙ үҙебеҙ тотонғандан артығыраҡ етештерәбеҙ. Иген – ике миллион тоннаға  ихтыяж булғанда  беҙ биш миллион тонна етештерҙек. Көнбағыш майы – үҙебеҙ тотонғанға ҡарағанда ете тапҡыр күберәк етештерелә.  Шәкәр – 3,5 тапҡырға күп. Һөт буйынса үҙтәьминәт 127 процент тәшкил итә. Йомортҡа ла, бар продукция ла артығыраҡ етештерелә.  Ер ресурстарын ҡулланып, беҙ үҙебеҙҙе тулыһынса тәьмин итәбеҙ, күршеләргә һәм башҡа илдәргә һатабыҙ.  Беҙҙә йылы илдәрҙә үҫә торған экзотика юҡ, әммә ер-әсәбеҙ биргәнде беҙ тулыһынса ҡулланабыҙ һәм халыҡты туҡландырабыҙ, – ти министр.

Фото һәм сығанаҡ – “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы

Автор:
Читайте нас в