«Өфө-Арена»ла Башҡорт дәүләт медицина университетының 90 йыллығына арналған тантаналы сара уҙҙы. Ошо йылдар эсендә был уҡыу йортонда 60 меңдән ашыу квалификациялы табип һәм провизор әҙерләнгән. Уларҙың күптәре хәҙер – билдәле белгестәр, ғалимдар, медицина һәм фәнни ойошмаларҙың етәкселәре.
«Беҙҙең көндәрҙә БДМУ үҙенең иң яҡшы традицияларын лайыҡлы дауам итә. Бөгөн ул заманса фәнни-белем биреү комплексына әүерелде, лайыҡлы рәүештә Рәсәйҙең иң яҡшы медицина вуздары иҫәбенә инә. Был беҙҙең һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн кадрҙар әҙерләгән төп урын. Һеҙҙең вузды тамамлаусылар дауаханаларҙа, ашығыс ярҙам станцияларында, поликлиникаларҙа эшләй. Меңләгән табип һәм студент коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш мәктәбен үтте. Махсус хәрби операция башланғас, табиптарыбыҙ йәнә алғы һыҙыҡта. Табиптарҙың дүрт бригадаһы азат ителгән биләмәләрҙәге госпиталдәрҙә эшләп ҡайтты. Рәхмәт һеҙгә. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы үрҙәр һәм изгелектәр теләйем», – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров, вуз коллективын һәм студенттарын юбилей менән ҡотлап.
Башҡортостан Башлығы БДМУ-ның иң яҡшы уҡытыусыларына Рәсәйҙең һәм республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов билдәләүенсә, бөгөн вузда 14 меңгә яҡын студент белем ала, шул иҫәптән 57 яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән. 18 ғилми мәктәп эшләй, биология, фармация, робототехника һәм башҡа тармаҡтар менән берләштерелгән тиҫтәләрсә ғилми йүнәлеш әҙерләнә.
Университет Евразия ғилми-белем биреү үҙәге сиктәрендә юғары технологиялы проекттарҙы, «Өҫтөнлөк-2030» программаһы грантын ғәмәлгә ашыра. Медицина техникаһы, генетика, репродуктив һаулыҡ, медицина реабилитацияһы буйынса берлектәге программалар эшләй.
Сығанаҡ: “Башинформ”.