-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
23 Ноябрь , 23:31

Аҡ халатлыларға – юғары наградалар

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында фиҙакәрлек күрһәтеп эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары бүләктәр тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Аҡ халатлыларға – юғары наградалар
Аҡ халатлыларға – юғары наградалар

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында фиҙакәрлек күрһәтеп эшләүсе медицина хеҙмәткәрҙәренә юғары бүләктәр тапшырыу тантанаһы булып уҙҙы. Был турала министрлыҡтың матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Бөгөн тапшырылған наградалар – республика халҡы ғүмере һәм һаулығы һағында тороусы аҡ халатлыларҙың көндәлек ҡаһарман хеҙмәте өсөн сикһеҙ рәхмәт сағылышы, тип билдәләп үтте Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, уларҙы тәбрикләп.

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн республикабыҙҙың 46 медицина хеҙмәткәре юғары баһаларға лайыҡ булды.

“Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн” II дәрәжә орденының миҙалы менән Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Клиник-диагностика инфекция үҙәгенең лаборатор-диагностика бүлеге мөдире Резида Усманова бүләкләнде.

Лука Крымский миҙалына 31 медицина хеҙмәткәре лайыҡ булды. Араларында – дауаханаларҙың баш табиптары ла, бүлек етәкселәре лә, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, фельдшерҙар ҙа бар.

Тантанала Рәсәй Президентының Почет грамотаһын, Рәхмәт хатын, “Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исем алып ҡыуаныусылар ҙа булды.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас в