

«Туризм өсөн ер» федераль проекты сиктәрендә туристарҙа ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырҙай объекттарҙы билдәләү буйынса эшсе төркөмдөң беренсе ултырышында Башҡортостанда тәүге биш ер участкаһын туристик эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр ителә Башҡоростан Хөкүмәте сайтында.
Өс ер участкаһы - Мәләүез районындағы Нөгөш һыуһаҡлағысы эргәһендә, тағы икәүһе Ғафури районындағы Красноусол минераль сығанаҡтары, “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәс” геологик киҫелештәр янында урынлашҡан.
Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская билдәләүенсә, тиҙ арала ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған туристик урындар тураһында мәғлүмәт Росреестрҙың (pkk.rosreestr.ru) Йәмәғәт Кадастр картаһындағы «Туризм өсөн ер» бүлегендә урынлаштырыласаҡ. Яңы хеҙмәт «Төҙөлөш өсөн ер» сервисы кеүек эшләйәсәк.
Башҡортостанда "Туризм өсөн ер" проектын тормошҡа ашырыу тармаҡҡа яңы инвесторҙар йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, яңы биләмәләрҙе үҙләштереү һәм төҙөкләндереү өсөн мөмкинлектәр аса һәм шуның менән киләсәктә төбәктә йәшәүселәрҙең тормош шарттарын яҡшыртырға булышлыҡ итә.