+10 °С
Ясно


Белорет ҡалаһының һыуһаҡлағысында боҙ аҫтына төшөп киткән «ВАЗ-2121» машинаһы табылған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы идаралығының һуңғы хәбәрҙәренә ярашлы, автомобиль тикшерелгән, һәләк булғандар һәм йәрәхәтләнгәндәр юҡ. Милексе һәм ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Һыу объекттарында хәүефһеҙлек тураһындағы республика норматив-хоҡуҡи акттарына ярашлы, ҡалынлығы 7 сантиметрҙан кәм булған кешеләрҙең боҙға сығыуы тыйыла. Быйылдан башлап ошо талапты боҙған өсөн административ яза ҡаралған.