

1-3 декабрҙә Өфөлә «Өфө. Арт. Һөнәрҙәр. Сувенирҙар-2022» республика халыҡ художество кәсептәре һәм һөнәрҙәре күргәҙмәһе сиктәрендә «Башҡорт шәле-2022» XV республика фестиваль-конкурсы ойошторола. Фестивалдә алтын ҡуллы оҫталар, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ кәсептәре предприятиелары үҙ тауарын, үҙ эшен күрһәтә ала. Күркәм сараның маҡсаты – милли художество кәсебе – башҡорт дебет шәленә йәмғиәттә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, «Башҡорт мамыҡ шәле» брендын булдырыу һәм таратыу. Бәйгене ойоштороусылар – Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Башҡортостан күргәҙмә компанияһы, Башҡортостан Республикаһының ҡала округтары һәм муниципаль райондары хакимиәттәре. Ғаризалар 2022 йылдың 24 ноябренә тиклем тапшырыла. Адресы: 450000, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 56; e-mail: Uralgallery@gmail.com. Тел/факс: 8 (347) 272-53-25, 8 (347) 272-61-44, 8-960-388-74-82 – Кәрима Шәрип ҡыҙы Кайдалова.
Фото: Республика халыҡ ижады үҙәге сайтынан.