

Әсә көнө уңайынан Өфө мэрияһы «#Яратам әсәйемде» онлайн-флешмобын башлап ебәрҙе. Әсә көнө – ғүмер бүләк иткән ғәзиз кешеңә үҙ мөхәббәтең хаҡында белдерергә һәм рәхмәт һүҙҙәрен еткерергә тағы ла бер матур сәбәп ул, тип яҙылған муниципалитеттың телеграм-каналында. «Беҙ «#Яратам әсәйемде» онлайн-флешмобын башлап ебәрәбеҙ. Ҡатнашыу өсөн шарттар бик ябай: әсәйегеҙ менән төшкән яратҡан фотоһүрәтте һайлағыҙ һәм ни өсөн һеҙ әсәйегеҙ менән ғорурланыуығыҙ хаҡында яҙығыҙ. Һөйөүегеҙҙе белдереп, тулҡынландырғыс берәй ваҡиғаны бәйән итегеҙ, ғүмер бүләк иткәне өсөн әсәйегеҙгә рәхмәт әйтегеҙ. Фото менән яҙмағыҙҙы «Бәйләнештә»ге сәхифәгеҙгә һалығыҙ һәм #Яратам әсәйемде#, #яратам Өфөмдө# хештегын ҡуйырға онотмағыҙ», – тиелә мэрияның иғланында.
Фото: Өфө хакимиәтенең телеграм-каналынан.