

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең указы менән республиканың оператив штабы составына үҙгәрештәр индерҙе.
Штаб Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 19 октябрҙәге указы положениеларын ғәмәлгә ашырыу өсөн ойошторолғайны.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты, республика буйынса федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы һәм федераль почта хеҙмәте етәкселәре, Башҡортостан таможняһы начальнигы һәм Куйбышев тимер юлы начальнигы урынбаҫары уның составына инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, оперштаб етәксеһе халыҡты һәм биләмәләрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлау буйынса саралар уҙғарыу, Рәсәй Ҡораллы көстәренең, башҡа ғәскәрҙәрҙең, хәрби формированиеларҙың һәм халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн сараларҙы тормошҡа ашырыу тураһында ҡарарҙар сығара. Бынан тыш, указ йәмәғәт тәртибен тәьмин итеүҙең өҫтәмә сараларын күрергә, ҡайһы бер инфраструктура объекттарының, шул иҫәптән транспорт, элемтә, энергетика өлкәһендә махсус эш режимдарын индерергә мөмкинлек бирә.