+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноября 2022, 08:31

Республика полицияһы 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй

Башҡортостан полицияһы 16 йәшлек Марсель Ғәлиәкбәровты эҙләй.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Республика полицияһы 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләйРеспублика полицияһы 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй
Республика полицияһы 16 йәшлек үҫмерҙе эҙләй

Башҡортостан полицияһы 16 йәшлек Марсель Ғәлиәкбәровты эҙләй. Республика буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 24 октябрҙә ул Туймазы районында урынлашҡан ябыҡ типтағы Серафимовка махсус мәктәбе биләмәһенән сығып киткән. Ул Өфөлә пропискала тора. Әле уның ҡайҙа икәнлеге билдәһеҙ. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҫмер махсус учреждениенан беренсе тапҡыр ғына ҡасып китмәй.

Билдәләре: буйы — 175 сантиметр, уртаса кәүҙәле. Капюшонлы ҡара олимпийка, ҡара спорт салбары һәм ҡара туфли кейгән.

«Әгәр үҫмерҙең ҡайҙалығын белһәгеҙ, 7 (347-82) 7-20-97, 7(34782)5-21-02 телефондарына шылтыратып әйтеүегеҙҙе һорайбыҙ», — тип мөрәжәғәт иттеләр халыҡҡа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-11-21/politsiya-bashkirii-razyskivaet-sbezhavshego-iz-spetsshkoly-16-letnego-vospitannika-3038752

Автор:
Читайте нас