+14 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноября 2022, 05:32

Бөгөн «Салауат Юлаев» Астанала «Барыҫ» менән көс һынаша

Бөгөн, 21 ноябрҙә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында «Барыҫ» менән көс һынаша.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бөгөн «Салауат Юлаев» Астанала «Барыҫ» менән көс һынашаБөгөн «Салауат Юлаев» Астанала «Барыҫ» менән көс һынаша
Бөгөн «Салауат Юлаев» Астанала «Барыҫ» менән көс һынаша

Бөгөн, 21 ноябрҙә, «Салауат Юлаев» хоккей клубы Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында «Барыҫ» менән көс һынаша. Уйын Өфө ваҡыты буйынса 18:30 сәғәттә башлана. Матчты тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм Континенталь хоккей лигаһының телеканалдарында ҡарарға мөмкин. Күсмә матч 23 ноябрҙә Магнитогорскиҙа тамамлана, унда «Салауат Юлаев» урындағы «Металлург» менән осраша. Уйын Өфө ваҡыты буйынса 19:00 сәғәттә башлана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, һуңғы уйында өфөләр новосибирскиҙың «Себер»е менән уйнаны һәм ҡунаҡтарға 1:2 иҫәбе менән еңелде, тип хәбәр итте «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы. «Салауат Юлаев» «Барыҫ» менән һуңғы тапҡыр 13 ноябрҙә осрашты һәм Астана спортсыларынан 0:2 иҫәбе менән еңелде.

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас