+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Ноября 2022, 06:32

Ғалимдар Башҡортостанда һирәк осраған ағыулы бәшмәк тапҡан

Ғалимдар уны «Башҡортостан» милли паркында экспедиция ваҡытында тапҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ғалимдар Башҡортостанда һирәк осраған ағыулы бәшмәк тапҡанҒалимдар Башҡортостанда һирәк осраған ағыулы бәшмәк тапҡан
Ғалимдар Башҡортостанда һирәк осраған ағыулы бәшмәк тапҡан

Рәсәй биләмәһендә тәүге тапҡыр ерән сусҡа бәшмәге табылған (Paxillus cuprinus). Ғалимдар уны «Башҡортостан» милли паркында экспедиция ваҡытында тапҡан. В.Л. Комаров исемендәге ботаника институты хеҙмәткәрҙәре йәйгеһен республикаға экспедицияға килгән һәм уның буйынса отчет әҙерләгән. Беҙҙә бәшмәктең – 63, шул иҫәптән Башҡортостан өсөн 23 яңы төрө асыҡланды.

Асыҡ сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәргә ярашлы, илебеҙҙә ерән сусҡа бәшмәгенең таралыуы хаҡында мәғлүмәт юҡ. Бәшмәктең был төрө Рәсәйҙең урта һыҙатында бер тапҡыр ҙа осрамаған икән. Сусҡа бәшмәктәренең барлыҡ төрҙәре кеүек үк, улар ҙа ағыулы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-21/v-natsionalnom-parke-bashkiriya-uchenye-obnaruzhili-redchayshiy-grib-3038710

Автор:
Читайте нас