

Запорожье өлкәһендә Башҡортостандан дүртенсе табиптар бригадаһы үҙ эшен тамамлай. Бер айҙа медиктар өлкә халҡына тар йүнәлешле медицина ярҙамы күрһәткән, шулай уҡ улар урындағы белгестәргә квалификацияларын күтәрергә ярҙам иткән.
«Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургтары, гинекологтар, урологтар, нейрохирургтар һәм башҡа белгестәр Запорожье өлкәһе халҡына 700-гә яҡын амбулатор консультация үткәргән, 1200 клиник осраҡты тикшергән, 240-тан ашыу операция яһаған. Бөгөнгө көндә төбәктә медицина хеҙмәткәрҙәренә әлегә ҡытлыҡ бар, Запорожье дауаханалары медицина ҡорамалдарына мохтаж. Запорожье өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Евгений Викторович Балицкий үҙҙәренең эш урындарында ҡалған, пациенттарын ҡалдырмаған табиптарыбыҙға рәхмәтле», – тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
Запорожье өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыусы Евгений Балицкий Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Валентин Павловҡа ла рәхмәт белдергән. Тап уның башланғысы менән төбәктә медицина десанты ойошторолған. Шулай уҡ күсмә медицина бригадаһы етәксеһе Урал Абдуллин һәм Запорожье өлкәһе халҡына юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәткән табиптар һәм шәфҡәт туташтары Балицкийҙан рәхмәт хаты алған.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
Фото: видеонан скриншот.