+2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2022, 04:45

Ҡот осҡос фажиғә

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында ике фатирлы кирбес йортта ут сыҡҡан.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡот осҡос фажиғәҠот осҡос фажиғә
Ҡот осҡос фажиғә

Бөгөн төндә Стәрлетамаҡ районының Матвеевка ауылында ике фатирлы кирбес йортта ут сыҡҡан.

Янғын һүндереүселәр килеп етеүгә, йорт фатирҙарының береһен тулыһынса ут ялмап алған була. Янғын һүндерелә, ләкин ул ете кешенең ғүмерен ҡыйып өлгөрә. Уларҙың икәүһе - өлкәндәр, бишәүһе – балалар. Ғаиләлә тәрбиәләнгән тағы ике бала иҫән ҡалған.

Янғын сәбәптәре асыҡлана, урында тәфтиш-оператив төркөм, һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тикшереүселәре эшләй.

Һәләкәтте бөтөрөүгә 62 кеше һәм 25 берәмек техника йәлеп ителгән. Утты һүндереүҙә шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 24 кеше һәм ете берәмек техника ҡатнашҡан.

Көндәр һыуынған осорҙа янғындар йышая. Күп остаҡта был мейестең, йылытыу ҡорамалдарының төҙөк булмауы һөҙөмтәһендә килеп сыға. Шуға ла хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә айырым иғтибар кәрәк.

Автор:
Читайте нас