+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2022, 05:25

Ил Президенты граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы

 Владимир Путин «Рәсәйҙең граждандар авиацияһына 100 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле Указ 17 ноябрҙә баҫылған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ил Президенты граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙыИл Президенты граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы
Ил Президенты граждандар авиацияһының 100 йыллығы уңайынан миҙал булдырҙы

Рәсәйҙең граждандар авиацияһының 100 йыллығы 2023 йылдың 9 февралендә билдәләнә. Был көндө Эшсе-крәҫтиән ҡыҙыл һауа флотының баш идаралығы ҡарамағындағы Граждандар авиацияһы буйынса совет ойоштороу тураһында ҡарар сығарылған, хәҙер ошо дата совет авиацияһының рәсми тыуған көнө тип иҫәпләнә.

Ил Президенты «Рәсәйҙең граждандар авиацияһына 100 йыл» юбилей миҙалын булдырҙы. Тейешле Указ 17 ноябрҙә баҫылған.

Миҙалдың алғы яғында күккә күтәрелгән МС-21 пассажир самолеты төшөрөлгән.

Был миҙал менән граждандар авиацияһы үҫешенә өлөш индергән тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, власть һәм үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар бүләкләнә.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-11-17/putin-uchredil-medal-k-100-letiyu-grazhdanskoy-aviatsii-rossii-3035125

Автор:
Читайте нас