+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
18 Ноября 2022, 06:22

Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта

2023 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособиелар 10 процентҡа арттырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google
Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа артаЕтем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта
Етем балаларға пособиелар 10 процентҡа арта

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарау өсөн аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында» Башҡортостан Республикаһы законының 5-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында» закон ҡабул итте. Был хаҡта республика парламентының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

2023 йылдың 1 ғинуарынан балаларҙы тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособиелар күләме 10 процентҡа арттырыла. Быйыл пособиелар индексацияланманы, ә быға тиклем 4 процентҡа арттырылғайны.

Шулай итеп, өс йәшкәсә бала ҡараған өсөн пособие – 7143 һумдан 7857 һумға, өс йәштән өлкәнерәктәр өсөн иһә 6868 һумдан 7555 һумға тиклем арта. Үҫеш йәһәтенән ҡалышҡан балаларға арттырылған пособиелар ҙа 10 процентҡа индексациялана: өс йәшкәсә балаға – 9428 һумға хәтлем, өс йәше тулған һәм унан олораҡ балаға – 9066 һумғаса.

Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, законды ғәмәлгә ашырыу өсөн 100 миллион һумға яҡын аҡса кәрәк. Был сараларҙы финанслау кисә депутаттар беренсе уҡыуҙа ҡабул иткән «2023 йылға һәм 2024-2025 йылдарҙың план осорона Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында» закон проектында ҡаралған.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас