-2 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
16 Ноября 2022, 07:25

Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләгәндәр

Башҡортостандың Саҡмағош районында йәшәүсе Сәкинә Ширәева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Йөҙйәшәрҙе хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев тәбрикләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләгәндәрЙөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләгәндәр
Йөҙйәшәр инәйҙе тәбрикләгәндәр

Башҡортостандың Саҡмағош районында йәшәүсе Сәкинә Ширәева бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән. Йөҙйәшәрҙе хакимиәт башлығы Реканс Ямалиев тәбрикләгән.

«Оло йәштә булһа ла, Сәкинә Мөшәрәп ҡыҙы һаман көр күңелле, теремек, яҡшы хәтерле. Ул ҡунаҡтарҙың килеүенә бик шатланды. Аралашҡанда инәй үҙенең үткер зиһене менән хайран ҡалдырҙы, шаяртып та, тормошсан, аҡыллы кәңәштәре менән уртаҡлашып та өлгөрҙө», — тип яҙҙы район етәксеһе социаль селтәрҙә.

Сәкинә Ширәева ишле ғаиләлә тыуып үҫкән, йәштән үк колхозда эшләгән. Һуғыш осорондағы, унан һуңғы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған. Фиҙакәр хеҙмәте менән район үҫешенә тос өлөш индергән. Тормош иптәше менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн уның 8 ейәне һәм 14 бүләһе бар.

Фото: Реканс Ямалиевтың социаль селтәрҙәре.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас