+19 °С
Облачно


Мәскәүҙә барған XVI халыҡ-ара “Рәсәй транспорты” форумында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендәге делегация ҡатнаша.
Башҡортостандың стенды 100 квадрат метр майҙанды биләй. Унда республика юл-транспорт тармағының төп проекттары ҡуйылған. Улар араһында Ағиҙел аша күперҙе, Өфөнөң Пугачев урамын реконструкциялауҙы һәм Рыленко менән Пугачев урамдары киҫелешендә үткәүел төҙөүҙе үҙ эсенә алған “Көньяҡ ҡапҡа” проекты ла бар.