-4 °С
Облачно


Стәрлетамаҡ районы фермеры Анатолий Григорьевич Долгий махсус хәрби операцияла яраланған яугирҙәр дауаланыусы госпиталдәргә бер тонна сәскә балы ебәргән.
Фермер, Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡларға үҙем дә барыр инем, йәшем уҙған, ти. Шуға күрә ғаиләһе менән кәңәшләшеп, яугирҙәргә күстәнәс ебәрергә булғандар.
“Яугирҙәр сәләмәтлектәрен нығытһын. Бал менән сәй эсеп, өйҙәрен иҫкә алһындар, күңелдәрен йылытһындар. Төнгөлөккә бер ҡалаҡ бал ҡабыу йоҡоно яҡшырта, көс бирә” – ти Анатолий Долгий. Афарин, тип әйтәһе килә илһөйәр был уҙаманға!
Фото: Стәрлетамаҡ районы хакимиәте.