+2 °С
Ясно


Рәсәй президенты Владимир Путин яҡташтарыбыҙҙы – Башҡортостандан өс лайыҡлы шәхесте бүләкләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова һәм шәхси эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Рөстәм Нәбиев «Дуҫлыҡ» ордены менән бүләкләнде. Шулай уҡ Краснокама районының «Алға» тоҡомсолоҡ заводы етәксеһе Рифҡәт Хәтмуллинға «Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре» исеме бирелде.