-3 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2022, 04:15

Финанс ғилемегеҙҙе арттырығыҙ

14 ноябрҙән илдең барлыҡ төбәктәрендә Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы уҙғарыла. Ул “ФинЗож Фест-2022” Рәсәй марафоны булараҡ үтә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Финанс ғилемегеҙҙе арттырығыҙФинанс ғилемегеҙҙе арттырығыҙ
Финанс ғилемегеҙҙе арттырығыҙ

14 ноябрҙә илдең барлыҡ төбәктәрендә Бөтә Рәсәй һаҡлыҡҡа йыйылған аҡса аҙналығы уҙғарыла. Ул “ФинЗож Фест-2022” Рәсәй марафоны булараҡ үтә.

Сараның федераль операторы – Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты.

 Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова белдереүенсә, “ФинЗОЖ Фест-2022” финанс хәүефһеҙлеге һәм финанс ғилеме мәсьәләләре буйынса халыҡтың киң ҡатламдарына  тейешле мәғлүмәттәрҙе еткереү маҡсатын тота. Марафон барышында һәр кем үҙе теләгән ваҡытта файҙалы мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә.

Марафон «ФинЗОЖ Фест-2022» үҙенең эсенә түбәндәгеләрҙе ала:

- эксперттарҙан һәм финанс блогерҙарынан файҙалы лайфхактар видеояҙмалары;

- уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн финанс ғилеме буйынса квесттар.

Марафон тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән https://моифинансы.рф  һылтанмаһы буйынса  МОИФИНАНСЫ.РФ порталында танышырға була.

Автор:
Читайте нас