

Бөгөн Ерҙең халҡы 8 миллиардҡа еткән. Был хаҡта ТАСС яңылыҡтар хеҙмәте Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенә һылтанып хәбәр итә. "Был – кешелек үҫешендә тарихи осор", – тиелә яңылыҡта. Бөтә донъя ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ер шарында халыҡ һаны 12 йыл эсендә 1 миллиард кешегә артҡан. Шул уҡ ваҡытта, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы эксперттары фаразы буйынса, был күрһәткес 2037 йылға 9 миллиардҡа тиклем артасаҡ. Уғаса Цивилизация ҡанундарын күҙаллау өсөн булдырылған World One суперкомпьютеры кешелектең 2050 йылға бөтәсәген билдәләне. Яһалма интеллект раҫлауынса, кешеләрҙең эшмәкәрлеге, атап әйткәндә, тирә-яҡ мөхитте бысратыу һәм уның кире эҙемтәләре арҡаһында цивилизацияның юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға тирә-яҡ мөхиттең матурлығына һоҡланайыҡ һәм уны һаҡлай ҙа, яҡлай ҙа беләйек, сөнки тәбиғәтте һаҡлау – үҙ-үҙебеҙҙе яҡлау ул.
Фото: "Башинформ"дан.