+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2022, 03:50

Ағиҙел һәм Сибай моноҡалалар исемлегенә инеүе ихтимал

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ағиҙел менән Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индереү буйынса эш барышы тураһында һөйләне.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ағиҙел һәм Сибай моноҡалалар исемлегенә инеүе ихтималАғиҙел һәм Сибай моноҡалалар исемлегенә инеүе ихтимал
Ағиҙел һәм Сибай моноҡалалар исемлегенә инеүе ихтимал

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары — иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Ағиҙел менән Сибайҙы моноҡалалар исемлегенә индереү буйынса эш барышы тураһында һөйләне.

Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы яғынан принципиаль ҡарарҙарҙың булмауы хәлде ҡатмарлаштыра, тип билдәләне ул. Республикалағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе күрһәткән уңышлы һөҙөмтәләр был ҡалаларҙағы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыр ине. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров эште артабан дауам итергә ҡушты.

Атап әйткәндә, Башҡортостандың биш моноҡалаһында (Бәләбәй, Күмертау, Белорет, Благовещен, Нефтекама) эшләгән йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә халыҡтың миграция үҫеше һәм эшһеҙлектең кәмеүе теркәлә.

 

Автор:
Читайте нас