+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
15 Ноября 2022, 05:08

17 ноябрь Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Рәми көнө” үтә

17 ноябрь Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханала “Рәми көнө” үтә. Был көндә китап һөйөүселәр  шиғыр һөйләүселәрҙең “Аҙым” интернет конкурсы эштәре менән таныша ала. Сарала  ижади видеобәйгенең финалистарын тәбрикләү, Салауат Вахитовтың “Рух” кинотаҫмаһын ҡарау планлаштырылған. Шулай уҡ артистар, режиссерҙар, яҙыусылар  менән осрашып иҫтәлеккә фото төшөү, автограф алыу мөмкинлеге лә буласаҡ, ти ойоштороусылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
17 ноябрь Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Рәми көнө” үтә17 ноябрь Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Рәми көнө” үтә
17 ноябрь Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала “Рәми көнө” үтә

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыллығына арналған видеопоэзия интернет конкурсы 2022 йылдың февралендә иғлан ителгәйне. Бәйгегә илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән бик күп эштәр килгән. Уларҙы  жюри ағзалары: режиссер,  рәссам Салауат Вахитов,  “Башҡортостан дәүләт ижади-производство идаралығы” директоры,  “Рәсәй мәктәптәрендә кино дәрестәр”енең төбәк вәкиле Азамат Тимерғазин, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе урынбаҫары Нурлан Ғәниев, БР-ҙың Милли әҙәбиәт музейы директоры урынбаҫары Илүзә Шәйәхмәтовалар баһалаған.

Автор:
Читайте нас