+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Ноября 2022, 04:10

Йәш герой

Батырлыҡ өсөн тормошта һәр саҡ урын бар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Йәш геройЙәш герой
Йәш герой

Батырлыҡ өсөн тормошта һәр саҡ урын бар.

Был раҫлау юҡтан алып әйтелмәгән. Күгәрсен районы Мораҡ ауылында йәшәүсе Арыҫлан тураһында атаһы Айҙар Шафиков: “Ул героймын ни? – ти аптырап. - Тейешлене генә эшләгән. Улымды ҡыйыу итеп тәрбиәләүемә тик шатланам ғына.”

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ун дүрт йәшлек Арыҫлан Шафиҡов бер йортҡа ут тоҡаныуын күрә һәм янғын һүндереү хеҙмәтен саҡырта. Үҙе тиҙ генә тәҙрә аша инеп оло йәштәге 2-се төркөм инвалидын һәм уның ҡатынын уттан сығара, тип яҙғайныҡ.

3 ноябрҙә Федерация Советында ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә батырлыҡ күрһәткән һәм кеше ғүмерен ҡотҡарған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе бүләкләү сараһы үтте.  16 төбәктән килгән 18 ҡыҙ һәм егет менән бер рәттән Арыҫлан да “Батырлыҡ күрһәткән өсөн” миҙалы менән наградланды. Йәш геройҙы лайыҡлы награда менән ҡотлап, уға уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас