+2 °С
Облачно


Юл хәүефһеҙлеге инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Бөрө районы биләмәһендә өс машина төкөшкән.
Ваҡиға Өфө – Яңауыл юлының 95-се саҡрымында теркәлгән. Әле "Хундай Элантра", "КИА РИО" һәм "Хундай Акцент" автомашиналары ҡатнашлығындағы аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Үкенескә ҡаршы, "Хундай Элантра" водителе алған тән йәрәхәттәренән мәрхүм булған. Тағы биш кешегә медицина ярҙамы талап ителгән.