+3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 13:48

Бөгөн Халыҡ-ара логопедтар көнө!

Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған логопед бер ыңғайҙан яҡшы педагог та, психолог та булырға тейеш. Мәләүез ҡалаһының 15-се балалар баҡсаһы логопеды Вәсилә Ғибәҙуллина-Ҡараҙбаева – тап шундай алдынғы ҡарашлы белгестәрҙең береһе.

Бөгөн Халыҡ-ара логопедтар көнө!
Бөгөн Халыҡ-ара логопедтар көнө!

Һәр сабыйҙың тиерлек һөйләшендә кәмселектәр булырға мөмкин. Ул етешһеҙлектәр ҡайһы берәүҙәрҙә  5–7 йәштәрҙә үҙенән-үҙе бөтә, икенселәренә махсус белгес – логопед ярҙамға килә. Логопед һөнәре XX быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килә. Ул балаларҙың өндәрҙе дөрөҫ әйтелеше менән шөғөлләнә, телмәрҙәге ҡатмарлыҡтарҙы яйға һала. Хәҙер һәр мәктәптә һәм балалар баҡсаһында телмәр менән эшләүсе белгестәр бар. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған логопед бер ыңғайҙан яҡшы педагог та, психолог та булырға тейеш. Мәләүездең 15-се балалар баҡсаһы логопеды  Вәсилә Ғибәҙуллина-Ҡараҙбаева – тап шундай алдынғы ҡарашлы белгестәрҙең береһе. “Балалар баҡсаһында һәр бала диагностика үтә, улар менән логопед, психолог шөғөлләнә. Телмәрҙәге кәмселектең сәбәптәре йыш ҡына психологик һәм физиологик проблемаларҙы ла үҙ эсенә ала. Һәр кеменең үҙенсәлеген өйрәнеп, махсус күнегеүҙәр менән ярҙам итәбеҙ. Ҡайһы бер осраҡтарҙа неврологҡа,  йә лорға,  йә ортодонтҡа мөрәжәғәт итергә ҡушабыҙ. Һәр яҡлап эшләүҙең файҙаһы көслө, һөҙөмтәлә баланың өндәре яңғырап сыға башлай, телмәре матурлана”, – ти Вәсилә Нәжип ҡыҙы. Яғымлы, тырыш Вәсилә Ғибәҙуллина-Ҡараҙбаеваны, шулай уҡ республикабыҙҙың барлыҡ логопедтарын һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән тәбрикләйбеҙ! Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыш насип булһын!

Автор: Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас