+9 °С
Болотло
Һуңғы яңылыҡтар
14 Ноябрь 2022, 04:30

Ҡаҙ өмәләре гөрләй

Социаль селтәр киңлектәре артта ҡалған ял көндәрендә һәр ауылда гөрләп үткән ҡаҙ өмәләре тураһында хәбәрҙәр менән ҡыуандыра.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҡаҙ өмәләре гөрләйҠаҙ өмәләре гөрләй
Ҡаҙ өмәләре гөрләй

Социаль селтәр киңлектәре артта ҡалған ял көндәрендә һәр ауылда гөрләп үткән ҡаҙ өмәләре тураһында хәбәрҙәр менән ҡыуандыра.

“Йылайыр районының Ҡашҡар ауылында халҡыбыҙҙың күркәм йолаларын һаҡлау, тергеҙеү маҡсатында күп эш башҡарыла. Шуларҙың береһе – ҡаҙ өмәһе.

«Хәжәр апайҙың йортонда бөгөн ҡаҙ өмәһе үткәрҙек. Яҡындарыбыҙ тиҙ генә йыйылып, һәр кем эшкә тотондо. Ҡаҙан аҫып, һыу йылытылды. Изге теләктәребеҙҙе әйтеп, эш башланыҡ”, - тип яҙа райондың “Ауыл уттары” гәзите үҙенең сайтында.

“Сибай ҡалаһының "Тиҫтер" клубының "Алтын" балар, үҫмерҙәр, йәштәр клубының көмөш ирекмәндәре - "Алтын" фольклор ансамбле ҡаҙ өмәһе йолаһын урын еренә еткереп башҡарҙы”, - тигән хәбәр менән фоторепортаж ҡуйған “Атайсал” гәзите.

“Бөгөн ауылыбыҙҙа "Йәштәр урамында шаулап-гөрләп ҡаҙ өмәһе үтте! Расих һәм Альмира Сөләймәновтар ихатахында үтте был байрам! Альмира Зөлфәр ҡыҙы оҙаҡ йылдар ауылыбыҙҙа фельдшер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты, ауылдың мәҙәниәт тормошонда актив ҡатнашыусы, егәрле хужабикә быйыл да күрше тирәләрен, әхираттәрен саҡырып, матур байрам ойошторҙо! Ҡаҙ йолҡоп, тәпәйҙәрен, баштарын таҙартып ярышты ҡаҙ йолҡоусылар, ә инде хужабикә бай өҫтәл артында еңеүселәргә бүләктәрен тапшырҙы! Йырҙар йырлап, таҡмаҡтар әйтешеп үтте матур байрам, "Ҡаҙ өмәһе!" Өмәселар, ил-йорттарыбыҙ тыныс, күктәребеҙ аяҙ булһын, тип теләктәр теләп таралыштылар!”, - тиела Әбйәлил районы Ҡушый ауылы клубының социаль селтәрҙәге битендә.

“Ивановкала ҡаҙ өмәһе гөрләне. Ауылдың ағинәйе Ураҡова Рауза Мөхәмәтғәле ҡыҙы ихатаһында, көҙгө муллыҡ байрамдарының береһе - ҡаҙ өмәһе уҙҙы. Алдағы йылдарҙа ла һуғымдар мул булып, туғандар-яҡындарҙы, күрше-тирәһен йыйып ошондай күңелле йола байрамдары ойошторорға яҙһын!” – тип яҙа “Хәйбулла хәбәрҙәре” гәзите үҙенең “Бәйләнештәр”ҙәге битендә.

Фото Әбйәлил районы Ҡушый ауылы клубы сайтынан.

Автор:
Читайте нас