

18 ноябрҙә Башҡортостан Милли музейында “Тамға” халыҡ-ара милли кейем оҫталары күргәҙмәһе асыла. Унда башҡорт милли кейеме оҫталарының иң өлгөлө эштәре урын аласаҡ һәм күргәҙмә барышында оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу планлаштырыла. Өс йыл эсендә проектта меңгә яҡын бәйгесе ҡатнашып, өс меңдән ашыу эш халыҡ хөкөмөнә сығарылды. Күптәре Башҡортостанда ғына түгел, күрше төбәктәрҙәге, сит илдәге күргәҙмәләрҙә лә күрһәтелде. Быйыл Үзбәкстанда ойошторолған Һабантуйҙа «Тамға» проекты изделиелары күргәҙмәһе үтте. Башҡорт халҡының милли кейеме бик бай, килешле булыуы менән күҙҙең яуын алырлыҡ. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙары кейгән кейемдәр нескә зауығы, үҙенсәлеге менән күңелде арбай.