+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Ноября 2022, 06:25

8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн республикаға тағы 27,5 миллиард һум бүленгән

 Рәсәй Хөкүмәте аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү өсөн төбәктәргә тағы 27,5 миллиард һум бүлә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Добавить в предпочтительные источники Google
8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн республикаға тағы 27,5 миллиард һум бүленгән8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн республикаға тағы 27,5 миллиард һум бүленгән
8-17 йәшлек балаларға түләү өсөн республикаға тағы 27,5 миллиард һум бүленгән

Рәсәй Хөкүмәте аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-17 йәшлек балаларға айлыҡ пособие түләү өсөн төбәктәргә тағы 27,5 миллиард һум бүлә. Ошо хаҡтағы бойороҡҡа Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, дәүләт башлығы Владимир Путиндың башланғысы буйынса 2022 йылдың апрелендә ғаиләләргә яңы ярҙам сараһы индерелде.  

«Бындай ярҙам йән башына уртаса килеме төбәктәге бер кешегә йәшәү минимумынан аҙыраҡ булған ғаиләләргә күрһәтелә. Пособиелар мохтажлыҡты комплекслы баһалауҙы ҡулланып тәғәйенләнә. Шуның менән бергә мохтажлыҡты иҫәпләгәндә 1 марттан һуң эшен юғалтҡан һәм мәшғүллек үҙәктәренә иҫәпкә торған граждандарҙың, шулай уҡ өлөшләтә мобилизация барышында хәрби хеҙмәткә саҡырылған ғаилә ағзаһының килеме иҫәпкә алынмай», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-11-10/pravitelstvo-vydelilo-esche-27-5-mlrd-rubley-dlya-vyplat-na-detey-ot-8-do-17-let-3024712

Автор:
Читайте нас