+9 °С
Ясно


Башҡортостанда пенсионерҙар арта – 2022 йылдың сентябренә 1 миллион 154 мең 521 кешегә еткән. Уларҙың 182 мең 653-ө эшләп йөрөй. Был хаҡта Пенсия фондының төбәк бүлексәһе мәғлүмәттәренә һылтанма менән республика статистиктары хәбәр итә.
Сағыштырыу өсөн: ғинуарҙа 1 миллион 149 мең 347 пенсионер иҫәпләнгән, уларҙың 186 481-е эшләгән.
Сентябргә тәғәйенләнгән пенсияның уртаса күләме лә артҡан һәм Башҡортостанда 17 979 һум тәшкил иткән (ғинуарҙа 16 399 һум ине).
Сығанаҡ: “Башинформ”.