

Башҡортостанда етем балаларға пособиелар 10 процентҡа индексациялана, тип хәбәр иттеләр республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Депутаттар ошо айҙа уҡ республикабыҙҙың «Опекундарға (попечителдәргә) бала ҡарауға аҡса түләү тәртибе һәм күләме тураһында»ғы 2005 йылдың 28 декабрендәге законына тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына.
«Закон проекты 2023 йылдың 1 ғинуарынан етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы ҡарау өсөн айлыҡ пособиелар күләмен 10 процентҡа арттырырға тәҡдим итә, – ти Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев. – Быйыл пособиелар арттырылманы, бынан алдараҡ индексация 4 процент кимәлендә булды».
Республиканың Хеҙмәт министрлығы хәбәр итеүенсә, был пособие өс йәшкә тиклемге сабыйға әле 7 143 һум булһа, арттырғандан һуң 7 857 һумға етәсәк, өс йәше тулғандарға иһә 6 868 һумдан 7 555 һумғаса арттырыла. Үҫеш яғынан ҡалышҡан балаларға пособиелар ҙа 10 процентҡа индексациялана.
Сығанаҡ: “Башинформ”.