+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
10 Ноября 2022, 12:06

2023 йылда 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә яңы пособие бирелә

Берҙәм пособиены юллау һәм алыу  ябай, аңлайышлы һәм уңайлы булырға тейеш, тип билдәләне Дәүләт башлығы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе яҡлауға арналған кәңәшмәлә.  

Добавить в предпочтительные источники Google
2023 йылда 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә яңы пособие бирелә2023 йылда 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә яңы пособие бирелә
2023 йылда 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләргә яңы пособие бирелә

Владимир Путин белдереүенсә, әлеге дәүләт ярҙамы ошоғаса башҡарылған түләүҙәр менән берлектә яңы сабый тыуған  ғаиләләрҙе лә, быға тиклем балалары булған ғаиләләрҙе лә яҡлауға мөмкинлек бирәсәк.

Киләһе йылдың 1 ғинуарынан 17 йәшкә тиклем балаһы булған ғаиләләр өсөн берҙәм пособие булдырыласаҡ. Уны түләү механизмы власть органдарының айырым күҙәтеүенә алынасаҡ. Берҙәм пособиены юллау һәм алыу  ябай, аңлайышлы һәм уңайлы булырға тейеш, тип билдәләне Дәүләт башлығы, балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙе яҡлауға арналған кәңәшмәлә.  

Президент шулай уҡ ата-әсәләргә эшкә сығыу, квалификацияны күтәреү, белемде камиллаштырыу өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр һәм дәртләндереү сараларын булдырырға тәҡдим итте.

Киләһе йылда «Әсәлек капиталы» ла арта. Уның күләме тәүге балаға – 590, икенсеһенә 790 мең һум тәшкил итәсәк. Дәүләт ярҙамы программаһы 2026 йылға тиклем оҙайтыла.  

Фото: "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас