+17 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
9 Ноября 2022, 11:15

Өфөлә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара

«Торатау» конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бараӨфөлә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара
Өфөлә Рәсәй форум-күргәҙмәһе бара

«Торатау» конгресс-холында “Ҡаршылыҡтарҙы емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе үҙ эшен дауам итә.

8 ноябрҙә башланған сара 10 ноябргә тиклем дауам итәсәк.

Форум-күргәҙмәлә инвалидлыҡ юллау, медицина экспертизаһы үтеү, зыян күреүсене реабилитациялау, социаль-медицина экспертизаһына документтар әҙерләү мәсьәләләре буйынса консультациялар бирелә. Инвалидтарҙы һәм инвалид бала тәрбиәләүсе ата-әсәләрҙе өсөн шәхсән ҡабул итеү ойошторолған.

Унда илдең 12 төбәгенән реабилитация һәм абилитация өсөн кәрәкле әйберҙәр сығарыусы 50 предприятие ҡатнаша. Шулай уҡ "Изге республика" тигән хәйриә йәрминкәһе эшләй. Унда һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр үҙ ҡулдары менән яһаған әйберҙәр ҙә тәҡдим ителә.

Дискуссия майҙансыҡтарында, түңәрәк өҫтәлдәрҙә, конференцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә сығыш яһау өсөн 70 спикер саҡырылған.

Автор:
Читайте нас