-2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноября 2022, 11:03

Радий Хәбиров: «Республикала биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә»

2024 йылдың 1 июненә Өфөнөң «Салют» балалар шифаханаһында үҫеш яғынан кәмселектәре булған балалар өсөн күп функциялы реабилитация-белем биреү үҙәге төҙөлөшө тамамлана. Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шул турала әйтеп үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров: «Республикала биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә»Радий Хәбиров: «Республикала биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә»
Радий Хәбиров: «Республикала биш реабилитация үҙәгенә тағы өсәү өҫтәлә»

2024 йылдың 1 июненә Өфөнөң «Салют» балалар шифаханаһында үҫеш яғынан кәмселектәре булған балалар өсөн күп функциялы реабилитация-белем биреү үҙәге төҙөлөшө тамамлана. Бөгөн «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров шул турала әйтеп үтте. Проект буйынса унда дауалау-һауыҡтырыу комплексы, 84 урынлыҡ стационар, бассейн буласаҡ. Шулай уҡ белем биреү үҙәгенең 192 уҡыусыға иҫәпләнгән яңы корпусы төҙөлә. Унда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙең яраҡлаштырылған программаларын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан Мәсәғүт ауылы поликлиникаһында реабилитация бүлеге төҙөлә. Сибайҙа ла ошондай үҙәк асыу пландары бар.

«Бөгөн мөһим инфраструктура булдырмайынса тороп, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә реабилитация үткәреп булмай, республикала бөтәһе биш реабилитация үҙәге бар», – тине Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас