+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
8 Ноября 2022, 07:34

Өфөлә – оло форум

Бөгөн, Өфөбөҙҙөң “Торатау” Конгресс-холында “Сиктәрҙе емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе эшләй башланы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә – оло форумӨфөлә – оло форум
Өфөлә – оло форум

Бөгөн, Өфөбөҙҙөң “Торатау” Конгресс-холында “Сиктәрҙе емереп” I Бөтә Рәсәй форум-күргәҙмәһе эшләй башланы. Был оло форум реабилитация һәм инвалидлыҡты профилактикалау, реабилитация техникаһы һәм саралары, ҡулай мөхит өсөн яйланмалар етештереүселәр һәм ҡайтартыусылар менән хеҙмәттәшлекте ойоштороу мәсьәләләренә арналған.

Унда илебеҙҙең Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Владимир, Ленинград, Мәскәү, Новосибирск, Һарытау, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән, шулай уҡ Краснодар, Приморье крайҙарынан, Башҡортостан һәм Татарстандан реабилитация саралары етештереүсе 50-нән ашыу предприятие ҡатнаша.

Эшлекле программа сиктәрендә 30 дискуссия майҙансыҡтары эшләйәсәк, түңәрәк өҫтәлдәр, конференциялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәреләсәк.

Форумдың төп сараһы – пленар ултырыш “һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе реабилитациялау. Яңы һынауҙар һәм ҡарарҙар” тигән темаға арнала.

Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында “Сиктәрҙе емереп” балалар ижадының төбәк-ара инклюзив фестивале гала-концерты буласаҡ. Шаршамбы, 9 ноябрҙә, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән шашка турниры үткәрә, шулай уҡ “Әсә йөрәге” әсәләр советы һәм Ортомод компанияһы инклюзив мода күрһәтеүҙе ойоштора.

Бынан тыш, 8 ноябрҙән 10 ноябргә тиклем Конгресс-холда коммерция булмаған ойошмалар тәҡдим иткән уникаль тауарҙарҙың хәйриә йәрминкәһе уҙғарыла. Шулай уҡ табиптарҙан, министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәренән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам саралары хаҡында бушлай консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас