+2 °С
Ясно


Башҡортостанда 2022 йылдың ғинуарынан авгусына тиклем 24 383 сабый донъяға килгән.
Республикала тыуым коэффициенты 1000 кешегә - уртаса 9,2.
Бөрйән районы тыуым буйынса лидерлыҡты берәүгә лә бирмәй килә. Уға етә – Баймаҡ, унан Әбйәлил, Иглин, Өфө райондары. Бөрйәндә тыуым коэффициенты 1000 кешегә – 15,6 тирәһе.
Иң әҙ балалар тыуған район – Йәрмәкәй. Унда һәр 1000 кеше иҫәбенә 6 ғына сабый тура килә. Шулай уҡ Федоровка, Стәрлебаш райондарынды, Күмертау һәм Салауат ҡалаларында тыуым күрһәткесе түбән.