0 °С
Болотло


Ярышта беренсе урынды Алтын ҡасабаһынан Айһылыу Әхтәмова яулаған. Икенсе урынды китапхана системаһы ветераны Рәшиҙә Байрамғолова (Сибай ҡалаһы) һәм педагогик хеҙмәт ветераны Гөлсөм Закирова (Баймаҡ райны Хәсән ауылы) алған, 3-сө урын Нәсимә Хәлимоваға (Алтын ҡасабаһы) бирелгән. Шулай уҡ йөн иләү оҫталығы серҙәре менән Алтын ҡасабаһынан Гөлнур Ғибәҙәтова, Арҡайымдан Гөлшат Иҙелбаева менән Фәрдиә Йоносовалар бүлешкән.