+6 °С
Ясно


Хәйбулла районы биләмәһендә санкцияланмаған сүп-сар өйөмдәрен бөтөрөү буйынса эш әүҙем алып барыла.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы буйынса был эш 2024 йылға тиклем тамамланырға тейеш.
Районда уны 2023 йылдың аҙағына тамамлау күҙаллана.
Әлеге ваҡытта 98 санкцияланмаған сүп-сар өйөмдәренең 96-һы ябылған. Уларҙың 46-һы быйылғы йылда эшләнгән. Был йәһәттән Хәйбулла районы республикала лидерҙар рәтендә иҫәпләнә.