+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Ноября 2022, 08:47

Бер айҙа – 57 процентҡа кәмерәк

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҙаҡҡы айҙа коронавирус менән ауырыу кимәле 57 процентҡа кәмегән. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер айҙа – 57 процентҡа кәмерәкБер айҙа – 57 процентҡа кәмерәк
Бер айҙа – 57 процентҡа кәмерәк

Рәсәй Хөкүмәтенең координация үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҙаҡҡы айҙа коронавирус менән ауырыу кимәле 57 процентҡа кәмегән. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республикабыҙҙың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте.

Тәүлек эсендә ковид 199 ауырыуҙа асыҡланған. Әлеге мәлдә 185 сырхау – стационарҙа, 2 375-е өйөндә дауалана.

Зәһәр инфекцияға ҡаршы прививканың ике компонентын да 3 222 859 яҡташыбыҙ эшләткән. Вакцинаны ҡабаттан яһатыусылар – 929 221.

Халыҡ шулай уҡ медицина тикшереүҙәренә лә етди иғтибар бүлә. Диспансеризацияның беренсе этабын 862 110 кеше (планда ҡаралғандың 83,6 проценты) уҙған. Профилактик тикшереү үтеүселәр – 197 251 (85,1 процент). Ковидтан һуң өҙлөгөүҙәрҙе булдырмау маҡсатында тәрәнәйтелгән диспансеризация уҙыусылар – 292 152 (81,8 процент).

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас