+1 °С
Ясна
Һуңғы яңылыҡтар
3 Ноябрь 2022, 04:25

Ҙур этнографик диктант башлана

Бөгөн, 3 ноябрҙә, “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” саҡырыуы аҫтында етенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы башлана. Ул 8 ноябргә тиклем дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ҙур этнографик диктант башланаҘур этнографик диктант башлана
Ҙур этнографик диктант башлана

Бөгөн, 3 ноябрҙә, “Халыҡтар күп – илебеҙ берәү!” саҡырыуы аҫтында етенсе тапҡыр “Ҙур этнографик диктант” халыҡ-ара мәғрифәтселек акцияһы башлана. Ул 8 ноябргә тиклем дауам итә.

Диктантта Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә йәшәгән һәр кем ҡатнаша ала. Эштәр “Ҙур этнографик диктант” тың сайтында (https://miretno.ru/ ) баҫыла.

Диктант эштәре тест формаһында рәсмиләштерелгән һәм үҙ эсенә түбәндәгеләрҙе ала:

- 20 һорау - диктанттың дөйөм федераль өлөшө, бөтә ҡатнашыусылар өсөн берҙәм;

- 10 һорау - диктанттың төбәк өлөшө, ул Рәсәйҙең һәр субъекты өсөн айырым.

Барлыҡ эштәрҙе үтәгән өсөн балдарҙың максималь суммаһы – 100. Диктант яҙыу өсөн 45 минут ваҡыт бирелә.

Ҡатнашыусы сертификаты эште тамамлау менән электрон вариантта эшләнә, унда һөҙөмтә лә күрһәтелә.

Ҡатнашыусылар шунда уҡ дөрөҫ яуапты белеү һәм сығанаҡтарға һылтанма менән тарихи белешмә алыу мөмкинлегенә эйә.

Автор:
Читайте нас